Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде20.10.2026

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөнөң транспорт һәм элемтә идаралығынан йылға навигацияһын ябыу көнө тураһында хәбәр иттеләр.

«26 октябрҙән Өфөнөң паром кисеүҙәрендә һәм дөйөм ҡулланылыштағы эске һыу транспортының ҡала эсендәге маршруттарында навигация ябыла», — тиелә ҡаланың транспорт һәм элемтә идаралығы белдереүендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә йылға навигацияһы миҙгеле 24 апрелдә асылды.



Вернуться назад