Башҡортостанда һуңғы аҙнала 18 меңгә яҡын кеше ОРВИ, грипп һәм COVID-19 йоҡторған. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығында белдереүҙәренсә, респиратор вирустар араһында грипп булмаған этиологиялы вирустар күберәк.

Белгестәр прививка яһатырға һәм сирҙән һаҡланырға кәңәш бирә. Айырыуса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә прививка эшләтеү мөһим: ОРВИ менән йыш ауырығандарға, үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре күҙәтелгән, матдәләр алмашыныуы боҙолған һәм һимереүҙән яфаланған пациенттарға. Кескәй балалар, оло йәштәгеләр һәм бәпес көткән ҡатындар ҙа юғары хәүеф зонаһына ҡарай.
Бөгөнгә республикала 500 мең кеше грипҡа ҡаршы вакцина алған.