Ноябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә19.10.2026

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора.

Фото: Әлфиә Әһлиуллина | «Башинформ» мәғлүмт агентлығы

— Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө аҙна уртаһына тура килә, шуға күрә байрамда ғына ял итәбеҙ. Был аҙнаһына биш һәм алты көн эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла, — тип асыҡлыҡ индерҙе БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. — Шишәмбе, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Әгәр хеҙмәткәрҙең отпускыһы 4 ноябргә тура килә икән, ял бер көнгә оҙайтыла.

Байрам көнөндә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн икеләтә эш хаҡы ҡаралған.

4 ноябрҙә, байрам көнөндә, хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығы менән генә (ҡайһы бер осраҡтарҙан башҡа) эшкә сығарырға рөхсәт ителә, уға хеҙмәт икеләтә күләмдә түләнә йәки отгул бирелә. Хеҙмәткәр, әгәр тейешле бойороҡ һәм уның яҙма ризалығы булмаһа, үҙенең ял көнөндә эшләүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.



Вернуться назад