Николетта һәм Фәйез: Башҡортостанда сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды19.10.2026

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республикала балаларға ҡушылған популяр һәм иң һирәк исемдәр исемлеген яңыртты.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Ҡыҙҙар араһында үҙенсәлекле исемдәр: Николетта, Мирабелла, Милава, Реяна һәм Ёсуман. Малайҙар араһында Низам, Макс, Фәйез, Анир һәм Хәбибуллох тигән исемдәр ҙә осрай.

Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Амелия, Йәсминә, София, Әминә һәм Ева тип ҡушалар. Малайҙарға Әмир, Эмир, Тимур, Мирон һәм Михаил тигән популяр исемдәрҙе һайлайҙар.

Бынан алдараҡ Өфө педиатры балалар өсөн физик әүҙемлектең иң яҡшы төрҙәрен атаны.



Вернуться назад