Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡынайта19.10.2026

Был аҙнала Башҡортостанда көндәр һалҡынайта

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Был аҙнала республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ай уртаһында +20 градус йылы торғандан һуң төбәккә һалҡын атмосфера фронты килә.

Дүшәмбе, 19 октябрҙә, көндөҙ +8, +13° булыуы фаразлана.

Шишәмбе, 20 октябрҙә, төндә термометр бағанаһы 0° тиклем төшә. Көндөҙ +6, +11° тирәһе була. Ел көнбайыштан.

Шаршамбы, 21 октябрҙә, көндөҙ +9, +14 °, төндә +2, -3°.

Был осорҙа яуым-төшөм көтөлмәй.

Бынан алдараҡ ҡотҡарыусылар республикала ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәрткәйне.



Вернуться назад