Краснодар крайы халҡына — гуманитар ярҙам10.07.2012
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Краснодар крайында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр өсөн аҡса һәм гуманитар ярҙам йыя башланы. Тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе партияның төбәк башҡарма комитетына (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17) тапшырырға мөмкин. Өфө халҡы бында кейем-һалым, аҙыҡ-түлек килтерә башланы.

— Краснодар крайында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәр иң элек кейем-һалымға, балалар әйберҙәренә, аяҡ кейемдәренә, аҙыҡ-түлеккә, шәхси гигиена әйберҙәренә мохтаж. Хәлгә битараф булмағандарҙың барыһын да ошо төбәк халҡына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Әйберҙәр “Берҙәм Рәсәй”ҙең һәр ҡалала, районда урынлашҡан бүлексәһендә йыйыла, — тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр йыйған тәүге гуманитар йөк яҡын арала самолет менән Краснодар крайына оҙатыласаҡ. Төҙөлөш материалдары, башҡа ауыр йөктәр төбәккә автоколонна менән юлланасаҡ.
— Башҡортостандың йәш гвардиясылары ла ситтә ҡалманы. Бөтә социаль селтәр аша зыян күреүселәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу хаҡында хәбәр иттек. Эште активистарыбыҙ бөтә республика буйынса тормошҡа ашырасаҡ. Емерелгән йорттарҙы төҙөкләндереү өсөн волонтерҙар кәрәк булһа, беҙ ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, — тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Йәш Гвардияһы” төбәк штабы начальнигы Константин Канунников.
Өҫтәмә мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин:
(347) 298-52-62, 8-963-136-52-62.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад