Рәсәй президенты Владимир Путин илебеҙҙең күренекле граждандарына дәүләт наградалары тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт башлығының указы менән «Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы» исеменә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артист-вокалисы Асҡар Абдразаҡов лайыҡ булды.
Ошо уҡ указ менән «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» исеме Ишембай районындағы Йәнырыҫ ауыл биләмәһе башлығы Миниәр Маннановҡа бирелде.
2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән Рәсәй телевизион радиотапшырыуҙар селтәренең Белорет филиалы цехы начальнигы Евгений Ефремов наградалана.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтарға ҡотлау сәләме яҙғайны.