Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды10.10.2026

Өфөлә реконструкциянан һуң Ленин исемендәге парк асылды

Фото: Олег Яровиков / Башинформ

Өфөлә Республика көнө алдынан реконструкциянан һуң Ленин исемендәге паркты асыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Сбер президенты һәм идара итеү советы рәйесе Герман Греф һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Тантана Зәки Вәлиди урамындағы төп арканан башланды. Ҡунаҡтарҙы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Тархандар» бейеүе менән ҡаршы алды.

Радий Хәбиров һәм Герман Греф яңыртылған паркты, амфитеатрҙы, спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты.

Амфитеатрҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары «Әкиәт иле — Башҡортостан» спектакленән өҙөк күрһәтте. Радий Хәбиров һәм Герман Греф шулай уҡ яңыртылған фонтандарҙы ҡараны. Ҡунаҡтар килеүгә фонтанда күренекле композитор Рим Хәсәновтың «Ҡышҡы романсы» көйөнә урғылды.

Өфөләге Ленин паркы — ҡаланың иң боронғо һәм үҙәк парктарының береһе. Уның тарихы быуат ярымдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә ала. Ошо йылдар дауамында парк Өфө халҡының һәм яҡындағы вуз студенттарының яратҡан ял урыны булып ҡала. 2025-2026 йылдарҙа ҙур реконструкция үткәрелде, парктың тарихи планировкаһы һәм мемориаль бүлеге һаҡланды, шул уҡ ваҡытта тротуар, фонтандар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылды, заманса ял итеү урындары булдырылды. Йәмәғәт киңлеген «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы һәм «Сбер» компанияһы ярҙамы менән төҙөкләндерелде.

Парктың инженер селтәрҙәре, электр һәм һыу менән тәьмин итеү ҡорамалдары тулыһынса яңыртылды. Заманса видеокүҙәтеү камералары, автоматлаштырылған һуғарыу системаһы ҡуйылған, меңдән ашыу яңы тротуар ташы һалынған. Уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек өсөн йәйәүлеләр яңы юлдар, ағас һуҡмаҡтар төҙөлгән, йүгереүселәр өсөн резина япмалы юл һалынған. Ике яңы уйын майҙансығы булдырылған, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив зона һәм батут майҙансығы бар.

Ингән урында бәүелсәктәр ҡаршы ала. Ҡала фестивалдәре үткәреү өсөн сәхнә менән амфитеатр төҙөлгән. Фонтандар тергеҙелгән һәм улар хәҙер һыуыҡтар төшкәнсе көн һайын эшләйәсәк, яҡтыртыу һәм тауыш эффекттары менән тулыландырылған. Парктың аркаһы төп нөсхәһе нигеҙендә яңынан эшләнгән, ул сифатлы гранит һәм кварциттан тора. Парктағы күрһәткестәр хәҙер башҡорт һәм рус телдәрендә.

Парк асылыу уңайынан бөгөн ҙур байрам концерты үткәрелде, тамашаны билдәле белорус йырсыһы IOWA биҙәне. Шулай уҡ халыҡ алдында киң билдәле Zaunedtin этно-шоуы, Илдар Абдуллин һәм «Тауыш» шоуында ҡатнашыусы Наҙгөл Отузова, балалар йыр ансамблдәре һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара алдынан Башҡортостан Башлығы журналист Дмитрий Кареткоға интервью бирҙе. Республика етәксеһе таризи арка, парк исемен үҙгәртеүгә бәйле барған бәхәстәр, балалар майҙансыҡтары һәм шәхси хәтирәләре тураһында һөйләне.



Вернуться назад