9 октябрҙә Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итеү системаһы тикшерәләсәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, был көндә электр сиреналары ҡабыҙыла, тауыш көсәйткестәр аша, телевидение һәм радио каналдары эфирында тикшереү үткәреү тураһында хәбәрҙәр яңғырай.
«Сирена тауышын ишеткәс, үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, теле йәки радиоканалды ҡабыҙығыҙ һәм иғланды тыңлағыҙ. Мәғлүмәт шулай уҡ „Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы“ мобиль ҡушымтаһында буласаҡ», — тиелә ҡотҡарыусыларҙың белдереүендә. — Был система йәмәғәтселеккә тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәр хаҡында еткереү өсөн кәрәк»
Бындай комплекслы тикшереүҙәр төбәктәрҙә йылына ике тапҡыр — март һәм октябрь айҙарында — системаның эшмәкәрлеген һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәренең әҙерлеген баһалау өсөн үткәрелә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, электр сиреналары 9 октябрҙә урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем яңғыраясаҡ.