Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете яңы төҫтәрҙә балҡыны

Бөгөн Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсетендә яңы төҫлө яҡтыртҡыстарҙы һынайҙар. «Башинформ» агентлығына сағыу фотоһүрәттәрҙе блогер Илнара Рахманғолова ебәрҙе.
Беҙҙең йортобоҙ мәсеттең ҡаршыһында ғына урынлашҡан, ти ул.
«Әр-Рәхим мәсете көн һайын яҡтырып тора, әммә бөгөн бигерәк тә сағыу. Көн дә ошо матурлыҡты күреүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Мәсет төнгө ҡалала бигерәк илаһи булып күренә», — тип яҙа Өфөлә йәшәүсе блогер.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси контроле аҫтында бара. 2023 йылдың сентябрендә республика Башлығы «Әр-Рәхим»де төҙөүҙе тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр майҙансыҡты төрлө яҡтан тикшерҙе һәм иман йортоноң торошон баһаланы. Мәсет төҙөлөшө 2024 йылдың 10 апрелендә тергеҙелде.