Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды06.10.2026

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә зарланыуы билдәле булды

Фото: «Башинформ» | архив

Йылытыу, эҫе йәки һыуыҡ һыуҙың булмауы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр һәм һыу менән тәьмин итеү системаһындағы авариялар уҙған аҙнала республика халҡын иң борсоған тема булды. Был хаҡта хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте.

Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, социаль селтәрҙәрҙә һәм кире бәйләнеш платформаһында мөрәжәғәттәрҙе күберәк Өфө, Белорет районы һәм Нефтекама халҡы ҡалдырған.

Ялыуҙар араһында шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, ҡарау һәм төҙөү (бында республиканың баш ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Салауат лидер), биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү, сүп-сар түгеү, парковкалар ойоштороу (Өфө, Октябрьский һәм Салауат) бар.

«28 сентябрҙән 4 октябргә тиклем Республикаға идара итеү үҙәге муниципалитеттарҙан, министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан коллегалары менән бергә 6126 мөрәжәғәтте япты. Шуларҙың 628-е – юлдар, 556-һы — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, 450-һе — төҙөкләндереү, 260-ы – һаулыҡ һаҡлау, 168-е-мәғариф буйынса», — тине Елена Прочаковская.



Вернуться назад