Башҡортостан балалар өсөн грипҡа ҡаршы 152 меңдән ашыу доза вакцина алды06.10.2026

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында балаларға грипҡа ҡаршы вакцина яһауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр.

Фото: Азат Ғиззәтуллин | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Йыл һайын прививка яһатыу — грипты һәм уның ауыр эҙемтәләрен иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы, тип билдәләне белгестәр. Грипп вирусы даими үҙгәреп тора. Бөтә донъя һаҡлыҡ һаҡлау ойошмаһы баланың иммун системаһы вирустың актуаль варианттары менән осрашыуға әҙер булһын өсөн йыл һайын яңы штамдар өсөн вакциналарҙың составын яңырта.

«Республикаға балалар өсөн 152 050 доза вакцина килтерелгән («Совигрипп», «Ультрикс Квадри»). Уларҙың барыһы ла хәүефһеҙ һәм ауырыу тыуҙыра алмай, сөнки улар грипп вирустарына ҡаршы антитәнсәләр етештереүгә йүнәлтелгән», — тип билдәләнеләр Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Прививка яһатыр алдынан педиатрҙа мотлаҡ тикшереү үтергә кәрәк. Киҫкен вируслы ауырыу осоронда вакцинацияны күсерәләр.

Роспотребнадзорҙа белдереүҙәренсә, вакцинация йыш сирләгән, хроник сирле балалар (тын юлдары, йөрәк, диабет), шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар өсөн бик мөһим.



Вернуться назад