Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көнсығышта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13°.
Шаршамбы, 7 октябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ ваҡыты менән ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +7, +12°.
Кесе йома, 8 октябрҙә, синоптиктар төндә һәм көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуын фаразлай. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, +5°, көндөҙ +9, +14°.