Силәбе өлкәһенең Дубровка ҡасабаһында III Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы уҙҙыМилләттәштәребеҙҙе берләштергән тәрән тамырҙарыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бар. Шундай күркәм, уртаҡ байрамдарыбыҙҙың береһе — һабантуй. Силәбе өлкәһендә уҙған III Бөтә Рәсәй һабантуйы милләттәр араһындағы туғанлыҡ ептәрен, дуҫлыҡ күперен нығытты ғына.
Силәбеләр ҡунаҡ ҡаршылауға яҡшы әҙерләнгән. Байрамға килгән халыҡтың күңеле көр ине. Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, “Китап” нәшриәте, “Ағиҙел” берекмәһе продукцияһы ла үҙ һатып алыусыларын тапты.
Майҙанда мыжғыған халыҡ көндөҙгө сәғәт 11-гә ҡапҡа янына йыйылды. Бына байрамға оло ҡунаҡтар: Башҡортостан һәм Татарстан Президенттары Рөстәм Хәмитов менән Рөстәм Миңлеханов, Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревич килде. Улар тәүҙә йорттар һәм тирмәләр ҡаласығы менән танышты. Татарстанды Күкмара районы ихатаһы сағылдырҙы. Күркәм, зауыҡлы эшләнгән йорттарҙа урындағы предприятиеларҙың тимер һауыт-һабаһы, быймалары, кейем-һалымы, бәйләм эштәре күргәҙмәһе урын алғайны. Ә майҙансыҡта талдан төрлө һауыт үреүсе ике оҫтабикәнең ҡул эштәре иғтибарҙы йәлеп итте. Башҡортостандың Мәләүез һәм Салауат райондары тирмәләрендә ҡунаҡтарҙы ҡурай, баян оҙатыуында йыр-моң менән ҡаршы алып, халҡымдың боронғо кәсептәре: ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ ҡоралдары менән таныштырҙылар.
Силәбе өлкәһе башҡорт ҡоролтайы тирмәһендә Рөстәм Хәмитов менән Михаил Юревич урындағы милләттәштәребеҙ вәкилдәре менән осрашты. Ҡоролтай рәйесе Морис Йосопов берекмәнең эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Өлкәнең “Башҡорт ҡоролтайы”на башҡорт теле һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү өсөн янып йөрөгән әүҙем милләттәштәребеҙ берләшкән. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосоповтың ярҙамы берекмә эшен яңы кимәлгә күтәрергә ярҙам иткән. Дөйөм тырышлыҡ менән бөтә башҡорт ауылдарында ла тиерлек — 40 мәктәптә — әсә теле уҡытыу индерелгән, милли байрамдар үткәрелә, Башҡортостандан артистар саҡырыла. Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында хәҙер “Юлдаш” телеканалын ҡарай алалар. “Башҡорт ҡоролтайы”ның 20 бүлексәһе бар. Ойошманың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе — йәштәр менән эшләү. Ошо йәһәттән өлкәлә милли көрәш федерацияһы булдырылған.
Етди мәсьәләләргә лә туҡталды рәйес. Атап әйткәндә, ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһендә башҡорт мәктәптәрендә башҡорт теле, әҙәбиәте дәрестәренең кәметелеүе сәбәпле борсолоу белдерҙе.
Осрашыу барышында Башҡортостан етәксеһе өлкә башҡорттарына республика яғынан артабан да иғтибар кәмемәйәсәк тине һәм 2013 йылда Силәбелә Башҡортостан көндәрен үткәрергә тәҡдим итте. Уны губернатор Михаил Юревич та хупланы.
Урындағы ҡоролтай милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә һиҙелерлек эштәр башҡара. Иң әүҙемдәренең — Силәбе ҡалаһының Ш. Бабич исемендәге китапханаһы мөдире Көнһылыу Әйүпованың, ҡоролтай идараһы комитеты ағзаһы Артур Хазаровтың Башҡортостан Президенты ҡулынан Почет грамотаһы, Рәхмәт хаты алыуы — уларҙың эшмәкәрлегенә оло баһа.
Ҙур сәхнәнән дин әһелдәре лә сәләмләне һабантуйға килеүселәрҙе. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре Диниә назараты идараһы рәйесе Ринат хәҙрәт ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлөүен, иман ҡайтыуын, йәштәрҙең үҙ тамырҙарын өйрәнеүен яҡшы күренеш тип билдәләне.
Силәбе һәм Златоуст епархияһы етәксеһе Феофан бында йыйылған халыҡтың күплегенә һоҡланып, Рәсәйҙең күп милләтле, күп телле, күп мәҙәниәтле, ҙур биләмәле булыуы — беҙҙең байлығыбыҙ, тип билдәләне, үҙ йолаларыбыҙҙы, рухыбыҙҙы һаҡларға саҡырҙы.
Тантаналы өлөштән һуң етәкселәр спорт ярыштарын, халыҡ уйындарын ҡараны. Ә сәхнәгә профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, фольклор төркөмдәре, йырсылар, бейеүселәр сыҡты.
Оло ҡунаҡтар байрамды юғары баһаланы.
— Беҙгә шундай ҙур сараны ойоштороу кимәле оҡшаны, — тине Рөстәм Хәмитов. — Өлкәлә милли мәҙәниәтте, телде үҫтереүгә иғтибар бирелеүе һөйөнөслө. Бергәләп байрамдар үткәреү беҙҙең көстө икеләтә, өсләтә арттыра ғына.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ