9 октябрҙә республикала сиреналар яңғырай05.10.2026

7 октябргә планлаштырылған Бөтә Рәсәй халыҡты иҫкәртеү системаһын комплекслы тикшереү 9 октябргә күсерелде. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

РФ хөкүмәте рәйесе раҫлаған яңыртылған графикка ярашлы, 9 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем тотош илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда электр сиреналары һәм тауыш көсәйткестәр яңғырай.

«Бөтәһенә лә иғтибар!» сигналы өс минутҡа ҡабыҙыла. 

Башинформ хәбәр иткәнсә, сара планға ярашлы үткәрелә.



Вернуться назад