Өфөлә йорттарға йылы бирелә башланы

Бөгөн, 5 октябрҙә, күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башланы, тип хәбәр итә Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала социаль объекттар — балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм медицина учреждениелары йылытыуға тоташтырылған.
Йылытыу менән бәйле һорауҙар буйынса өфөләр 8 (347) 277-09-11 номеры буйынса Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең ситуация үҙәгенә; 8-800-250-52-80 номеры буйынса Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһына һәм 8-800-511-30-15 номеры буйынса «БашРТС»ҡа мөрәжәғәт итә ала.