Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған05.10.2026

Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Фото: Лилиә Ханова | «Башинформ» өсөн

Кисә Башҡортостандың Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған. Буранғол ауылынан Лилиә Ханова матур «ҡышҡы» кадрҙар менән уртаҡлашҡан.

Блогер әйтеүенсә, ҡар урыны менән 20 сантиметрға еткән.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 5 октябрҙә республикала йәнә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә.

Фото: Лилиә Ханова | «Башинформ» өсөн


Вернуться назад