Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған

Кисә Башҡортостандың Әбйәлил районында 20 сантиметр ҡалынлығында ҡар яуған. Буранғол ауылынан Лилиә Ханова матур «ҡышҡы» кадрҙар менән уртаҡлашҡан.
Блогер әйтеүенсә, ҡар урыны менән 20 сантиметрға еткән.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 5 октябрҙә республикала йәнә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә.
