Өфө — Инйәр — Белорет трассаһында сикләү оҙайтылды05.10.2026

Граждандарға юлдарҙа иғтибарлы булырға һәм юлға сығыр алдынан һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш бирәләр.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфө — Инйәр — Белорет автомобиль юлы участкаһында (67-се километрҙан 222-се километрға тиклем) урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгә сәғәт 1-гә тиклем хәрәкәт сикләнде. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

БР Транспорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 5 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан Белорет — Учалы — Мейәс һәм Стәрлетамаҡ — Белорет – Магнитогорск юлдары участкаларында йөк һәм пассажир автомобилдәре өсөн хәрәкәтте сикләү ғәмәлдән сығарылды.



Вернуться назад