ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты03.10.2026

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты

ӘЙ ЙОЛА төркөмө солисы Адель Шәйхетдинованың кейәүгә сыҡты. Был һөйөнөслө яңылыҡ менән музыканттар социаль селтәрҙә уртаҡташлы.

«Бөгөн беҙҙең Адель өсөн айырыуса ҡыуаныслы көн. Был көн һеҙҙең бәхетле ғаилә тарихына нигеҙ һалһын. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ», — тип яҙған ӘЙ ЙОЛА музыканттары.

Талантлы йырсының һөйгән йәре — Алексей Хәйеров. Ул йәш эшҡыуар, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, йыш сәйәхәт итә, экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә ярата.

Быға тиклем Адель Шәйхитдинова кейәүгә сығырға йыйыныуы тураһында хәбәр иткәйне. Йырсы социаль селтәрҙә балдағын күрһәтеп, тәҡдим яһауҙары хаҡында һөйләгәйне.



Вернуться назад