Ата-бабаларыбыҙҙың Рәсәй ерен һаҡлап, француздарға ҡаршы азатлыҡ өсөн һуғыш осоронда батырҙарса көрәшеүе, 28 башҡорт полкының халыҡ намыҫына тап төшөрмәй данлы юл үтеүе күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятмаҫлыҡмы ни?! Француздарҙың башҡорт хәрбиҙәренә биргән “төньяҡ амурҙары” тигән атамаһы халыҡ күңелендә мәңгелеккә тамырланды. Ләкин...
Баш ҡалабыҙҙың спиртлы эсемлектәр һатыу магазиндары кәштәләрендә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ символы булған ошо исемде йәһәт кенә ялтыр ҡорһаҡтарына йәбештергән араҡы шешәләрен күреп аптырашта ҡалдыҡ. Берәүҙәр аҡыл һатҡансы, йылғырҙар яңғырауыҡлы, бәҫле исемде эләктерә һалып, иҫерткес зәм-зәм һыуын “ысын ирҙәр өсөн лайыҡлы эсемлек” тип тәҡдим итә башлаған. Башҡорт брендтарының бик перспективалы, уңышлы булыуы бәхәсһеҙ, улар республиканы башҡалар өсөн билдәлерәк, ылыҡтырғысыраҡ, ҡыҙыҡтырғысыраҡ итеү һәләтенә эйә. Этнизм, экзотика сатҡылары төҫмөрләнгән тауар билдәһе — “Төньяҡ амурҙары” ла үҙ ҡулланыусыларын табыр, уны һатыуҙан табыш та, һалым да артыр, быныһына һис шик юҡ.
Ә бына араҡы етештереүселәр уның этик, әхлаҡи яғын ғына иғтибарға алырға теләмәгән. Ҡымыҙҙан башҡа эсемлекте ауыҙына ла алмаған бер башҡорт яугиренең дә араҡы этикеткаһын “биҙәп” торғоһо килмәҫ, уны ғәрлеккә һанар ине, валлаһи. Бөрө спирт-араҡы комбинаты сайтында: “Изготавливается в память о героических башкирских воинах Отечественной войны 1812 года”, — тигән реклама ла был хәлде һис аҡлай алмай, киреһенсә, “иҫтәлек” айыҡтар күңелендә ытырғаныу уята, милли тойғоларҙы кәмһетә кеүек. Ҡурай һыҙҙырған егет һүрәте төшөрөлгән өс литрлыҡ “Баш күнәк”, “Ҡурай” араҡылары янына “Төньяҡ амурҙары” өҫтәлде. Араҡы ҡасандан алып беҙҙең милли эсемлегебеҙгә әүерелде һуң әле тип баш ватырға ғына ҡала.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
РЕДАКЦИЯНАН. Был мәҡәләгә ҡарата редакция “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән һәм Бөрө спирт-араҡы комбинатынан яуап көтә. Әхлаҡ төшөнсәһен улар нисек аңлай икән?