Өфөлә Республика көнөн үткәреү майҙансыҡтары аталды02.10.2026

Байрам һәм тантаналы саралар йома көндө башлана.

Республика көнөндә Өфөлә йыйылыштар, патриотик акциялар һәм күргәҙмәләр, шулай уҡ байрам һәм физкультура-спорт саралары ойошторола. Улар йома көндө башлана.

9 октябрь:

Ленин исемендәге яңыртылған паркты асыу;

уҡыусыларҙы «шайморатовсылар»ға бағышлау — Совет майҙаны; Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыу – М.Шакиров исемендәге сквер (Коммунистик урамы, 75).

11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 12 лә райондарҙа байрам майҙансыҡтары асыла:

«Тыуған яҡҡа һөйөү менән» — «Дим» паркы; 
«Сәскә ат, республикам минең!» — «Беренсе май» паркы; 
«Тыуға яҡ моңдары» — С.Т. Аксаков исемендәге баҡса; 
«Минең Республикам» — «Тулҡын» паркы; 
«Сәләм, Башҡортостан!» — «Ҡашҡаҙан» паркы;
«Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» — С. Орджоникидзе исемендәге майҙан; 
«Тыуған төйәк моңдары» — И. Яҡутов исемендәге парк. 

11 октябрҙә сәғәт 11-ҙән Башҡортостандың Урмансылар паркынан төньяҡ йөрөшө буйынса асыҡ ярыштар башлана.

10-12 октябрҙә Көрәш һарайында «Республика кубогы» мультитурниры үткәрелә.

Саралар әҙерләү һәм үткәреү менән бәйле майҙансыҡтар эргәһендәге юлдарҙа транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла, тип иҫкәрттеләр мэрияла.



Вернуться назад