Башҡортостанда колледж һәм техникум уҡытыусылары тәбрикләнде02.10.2026

Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы 86 йыл эшләй.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

РФ президенты указы менән 2 октябрҙә Башҡортостанда Урта һөнәри белем көнө билдәләнде. Тантаналы сара Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында үтте. Йәштәрҙе һәм уҡытыусыларҙы Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев ҡотланы.

— Урта һөнәри белем биреү системаһы бик ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороуҙар аша үтте, әммә тәү сиратта ветерандарыбыҙ, уҡытыусыларҙың компетентлылығы һәм энтузиазмы менән еңеп сыҡты. Беҙҙең урта һөнәри уҡыу йорттарында белем алырға теләүселәр бик күп, әммә барыһы ла уҡырға инә алмай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән былтыр урта махсус уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын 2 меңгә арттырыуға өлгәшелде. Беҙҙең республика – урта һөнәри белем биреү өлкәһендә алдынғыларҙың береһе. Беҙ «Профессионалитет» федераль программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ, яңыртылған биналарҙа, яңыртылған ятаҡтарҙа егет-ҡыҙҙарҙың үҙгәреүен күреүе – үҙе бер ҡыуаныс. Проект сиктәрендә республикала 27 колледж яңыртылған, киләһе йылда тағы ла һигеҙен яңыртыу планлаштырыла.
Әммә ошо яңыртылған биналарҙа иң мөһиме — уҡытыусылар. Һеҙ студенттарға белемегеҙҙе, Тыуған илгә булған һөйөүегеҙҙе тапшыраһығыҙ. Был йәштәр артабан беҙҙең йәмғиәт, уның иң яҡшы өлөшө буласаҡ, — тип билдәләне вице-премьер.

Урта махсус уҡыу йорттарының йөҙ уҡытыусыһы маҡтаулы исемдәр, маҡтау грамоталары, БР Башлығының һәм БР хөкүмәтенең рәхмәттәрен алды. Уларҙы хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев һәм Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин тапшырҙы.

Башҡортостанда бөтәһе 90 колледж һәм техникум бар. Уларҙа 4,3 мең самаһы уҡытыусы эшләй 120 мең студентҡа белем бирә. Быйыл 9-сы класты тамамлаусыларҙың 67% урта махсус уҡыу йорттарын һайлаған (2025 йылда — 62%).

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, белем биреү-производство кластерҙары һаны буйынса республика илдә беренсе урынды биләй.

Фото: Валерий Шахов | Башинформ


Вернуться назад