Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы02.10.2026

Азат Ишемғолов Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырҙы

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Бөгөн совет ултырышында муниципалитет депутаттары Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғоловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Районға ваҡытлыса етәкселек итеү хоҡуғы башлыҡтың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Рәмил Абдуллинға бирелде. Ул район хакимиәтенең яңы башлығы һайланғанға тиклем етәксе вазифаһын башҡара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Ишемғолов 2021 йылдың декабрендә рәсми рәүештә Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.




Вернуться назад