Өфөлә киләһе аҙнанан күп фатирлы йорттарға йылы бирелә башлай

Өфөлә йылытыу миҙгеле башлана, тип хәбәр иттеләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Билдәләнгән регламентҡа ярашлы, йылы башта социаль объекттарға — балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм медицина учреждениеларына бирелә. 5 октябрҙә күп фатирлы йорттар йылытыла башлай.
Йылытыу менән бәйле һорауҙар буйынса өфөләр 8 (347) 277-09-11 номеры буйынса Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең ситуация үҙәгенә; 8-800-250-52-80 номеры буйынса Өфө инженер селтәрҙәре предприятиеһына һәм 8-800-511-30-15 номеры буйынса «БашРТС»ҡа мөрәжәғәт итә ала.