Башҡортостанда аҡһаҡалды Ололар көнө менән ҡотланылар

Тәүәтәй ауылында йәшәүсе 94 йәшлек аҡһаҡал Ғайсар Ғәфүр улы Мөхәмәтшинде Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотланылар.
«Уның биографияһы — тотош быуындың тарихы. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, ул фермала эшләй, Еңеүҙе яҡынайта. Һуңынан — армияла хеҙмәт итеү, агрономға уҡып сығыу, Хеҙмәт Даны ордены менән билдәләнгән тыуған колхозында тиҫтәләгән йылдар намыҫлы эшләү һәм ауыл советы депутаты итеп һайланыу, яҡташтарыбыҙ араһында ихтирам ҡаҙаныу», — тип яҙҙы Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Олпат йәштә Ғайсар Ғәфүр улы мәҙрәсә тамамлай һәм хәҙрәт булып китә: башта Һарыш ауылы мәсетендә, ә һуңынан тыуған ауылы Тәүәтәйҙә эшләй.
Ғайсар Ғәфүр улының дүрт балаһы һәм биш ейәне бар. 80 йәшлек хәләл ефете Хәкимә апай менән донъя көтәләр. Кәртә-ҡура мал-тыуар менән тулы, хужалыҡ һәм баҡса эштәре өсөн күп көс кәрәк, әммә улар бергәләп барыһына ла өлгөрөргә тырыша.
«94 йәшкә етеү — ҙур бүләк, — тип билдәләне район башлығы. —Был быуынға күп һынауҙар аша үтергә тура килде, әммә улар балаларына яҡшы тәрбиә бирҙе һәм үҙҙәрен һаҡлап ҡалды».
