Өфөлә Башҡортостан телдәренең яһалма зиһен технологияларында үҫеше тикшерелде01.10.2026

Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә «Башҡортостандың тел һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы яһалма интеллект өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтте.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Сараны ойоштороусылар стратегик йүнәлештәрҙе һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен яһалма интеллект технологияларына берләштереүҙең артабанғы механизмдарын билдәләү маҡсатын ҡуйҙы. Осрашыуҙа БР телдәре буйынса комиссия ағзалары, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, педагогтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, журналистар, студенттар һәм ошо тема менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә сара конкрет миҫалдар һәм практик кәңәштәр менән йәнле әңгәмәгә әүерелде. Ҡатнашыусылар тел моделдәрен уҡытыуға, һанлы проекттарҙа республика телдәре һәм мәҙәниәте тураһында мәғлүмәттәрҙе файҙаланыу мөмкинлектәренә бәйле һорауҙар бирҙе.

Өфө фән һәм технологиялар университетының һанлы трансформация буйынса проректоры Айнур Хәйбуллин башҡорт  теленең яһалма интеллект моделен тулыландырыуҙың хоҡуҡи механизмдары тураһында һөйләне.

БР Һанлы үҫеш министрлығының республика һанлы трансформацияһы идаралығы етәксеһе Сергей Степанов сығанаҡ материалдарҙан әҙер тел датасеттарына тиклемге юл хаҡында бәйән итте.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто»ноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина терминологик аппарат һәм башҡарылған эш тураһында һөйләп үтте.

— Һуңғы 10 йылда баҫылып сыҡҡан гәзит-журналдар архивын Башфондҡа тапшырҙыҡ. Тимәк, нейроселтәр телдең эволюцияһын анализлай ала, — тип һөйләне спикер. — Ошо арауыҡ моделгә үҙгәрештәрҙе реаль ваҡытта күрергә мөмкинлек бирә. Матбуғат яңы иҡтисади һәм технологик терминдарҙы теркәй. Бындай мәғлүмәттәрһеҙ яһалма зиһендең яңылыҡтарҙы тәржемәләгәндә файҙаһы юҡ.

Докладсы етешһеҙлекте лә билдәләне: әле яһалма зиһен башҡортса ижтимағи-сәйәси һүҙлекте насар белә. Тағы бер проблемаларҙың береһе – сит авторҙарҙың материалдарына хоҡуҡтарҙың булмауы. Художестволы әҫәрҙәр (шиғырҙар, проза) айырым яҡлана. Шуға күрә, мәҫәлән, «Ағиҙел» журналы архивтарын тапшырыу мөмкин түгел, был корпусты тәрән әҙәби норманан мәхрүм итә. Проблеманы хәл итеү йәһәтенән яңы авторҙар өсөн текстарҙы яһалма зиһенде өйрәтеү өсөн ҡулланырға рөхсәт иткән асыҡ лицензия шаблонын эшләргә кәрәк.

Сессияның айырым өлөшө йыйылған мәғлүмәттәрҙе ғәмәлдә ҡулланыуға арналды.  Йәмәғәт эшмәкәре һәм эшләүсе белгес Айгиз Ҡунафин «Архивтан тере ҡулланыуға: Башҡортостандың тел һәм мәҙәниәте тураһында асыҡ мәғлүмәттәрҙе бөгөн белем биреү, медиа һәм цифрлы продукттарға нисек әйләндерергә» тигән мастер-класс үткәрҙе. Һүҙ архив материалдары менән эшләү, уларҙы цифрлы мәғлүмәткә әйләндереү, уларҙы белем биреү материалдарын, медиаконтентты һәм башҡа продукттарҙы булдырыуҙа ҡулланыу тураһында барҙы.

Фекер алышыуҙа яһалма интеллектты параллель текстар (рус һәм туған телдәрҙә) менән тулыландырыу кәрәклеге темаһы ла күтәрелде. Уҡытыусы Ләлә Сафина яһалма зиһенде башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ҡулланыу тураһында һөйләне.

Видеомейкер Батыр Ғәлимов үҙенең ярҙамсыһы менән ярты сәғәт эсендә яһалма интеллект ярҙамында Урал батырҙың ата-әсәһе Йәнбирҙе һәм Йәнбикәнең образдары менән 30 секундлыҡ видеороликтар төшөрҙө. Милли үҙенсәлектәрҙе айыра белһен, мәҫәлән, төрлө халыҡтарҙың орнаменттарын бутамаһын өсөн ИИ-ты мөмкин тиклем күберәк өйрәтеү кәрәклеге билдәләнде.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

 «Рәсәй халыҡтары телдәре» яндекс-проектының техник директоры Андрей Михеев та фекер алышыуға ҡушылды, ул Өфөлә барған сессияла үҙенә файҙалы мәғлүмәттәрҙе билдәләне һәм үҙенең практик эшләнмәләре менән уртаҡлашты.

Программа Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашлығында фекер алышыу менән тамамланды. Тел моделдәренең эшләүе өсөн күп күләмдә мәғлүмәт кәрәк: текстар, тәржемәләр, телмәр аудиояҙмалары, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡа материалдар. Тел буйынса машиналар эшкәртеүенә әҙерләнгән сифатлы мәғлүмәттәр күберәк булған һайын, уны заманса технологияларҙа ҡулланыу мөмкинлектәре лә киңәйә.

— Башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен яһалма интеллектҡа индереү – бик мөһим сара, — тип билдәләне БР хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, комиссия рәйесе Урал Килсенбаев. – Тәү сиратта туған телдәрҙең, башҡорт теленең яһалма зиһен технологияларында үҫешенең ниндәй этабында икәнебеҙҙе аңларға теләнек. Бөгөн ошо һорауға яуап бирә алдыҡ. Датасетҡа төрлө контент, аудио, видео һәм текст контенттарын өҫтәнек.

Ойоштороусылар йәмғиәттең иғтибарын әлеге проблемаға йәлеп итергә теләне, тип билдәләне Килсенбаев. Уның һүҙҙәренсә, әгәр был мәсьәлә менән шөғөлләнмәһәк, 5-10 йылдан һуң яһалма зиһендә, көн һайын эштә һәм көнкүрештә ҡулланылған гаджеттарҙа күрһәтелмәгән телдәрҙең тиҙ арала юҡҡа сығыуы мөмкин. Туған телдәр театр теле генә булып ҡалмаһын өсөн йәмғиәттең заманса инструменттарҙы тулыһынса файҙаланыуы мөһим.

Ике йыл элек кенә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа мөхит һәм ғаилә төп роль уйнай тип иҫәпләнә ине. Бөгөн был улай түгел: тәү сиратта, тел яһалма интеллектта сифатлы күрһәтелергә тейеш, тип иҫәпләй спикер.

Урал Килсенбаев интернетты республика хаҡында мәғлүмәтәр менән байытыу өсөн барыһын да «Тарих02» порталын үҙҙәренең тыуған ауылдары, тауҙар һәм йылғалар тураһында легендалар, риүәйәттәр менән тултырырға саҡырҙы.

Беренсе вице-премьер бындай сараларҙы квартал һайын үткәрергә тәҡдим итте.

Ойоштороусылар булып Башҡортостан хөкүмәте булышлығында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Башҡортостан Республикаһының Һанлы үҫеш министрлығы, БСТ телеканалы сығыш яһаны.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Вернуться назад