Сухум – Өфө рейсы пассажирҙары өйҙәренә ҡайта алмай, уларҙың рейсы бер тәүлеккә тотҡарлана.

«Башинформ» агентлығына пассажирҙарҙың береһе һөйләүенсә, тәүҙә рейс 30 сентябрҙә киске 8-се 10 минутҡа планлаштырылған, һуңынан уны киске 8 тула 15 минутҡа, шунан 10 тула 5 минутҡа күсергәндәр. Хәҙер Сухум аэропортының онлайн-таблоһы 1 октябрҙә осоп китеү ваҡыты киске сәғәт 7-се 15 минут тип күрһәтә.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, быға самолет булмауы сәбәпсе.
«1 октябргә тиклем бер ҡайҙа ла осмайбыҙ тип иғлан иттеләр. Сәбәбе – самолет юҡ. Борт Минеральные Воды ҡалаһына осорға, кире ҡайтырға һәм беҙҙе алырға тейеш ине. Әммә унда ла оса алманы. Авиакомпания беҙҙе отелгә урынлаштырырға вәғәҙә итте. Бөгөн рейс була, тинеләр", — тип хәбәр итте авиапассажир.