Көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы фаразлана.

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 1 октябрҙә көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +12, +17°, көньяҡта 22°.
Йома, 2 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Төньяҡ сиректең ветәре уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, +4°, көндөҙ +3, +8°, көньяҡта +13° тиклем.
Шәмбе, 3 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +2, +7°.
30 сентябрҙә Башҡортостанда йылы һәм ҡояшлы «әбейҙәр сыуағы» тамамланды, ә 1 октябрҙән көндәр һыуыта, тип иҫкәрттеләр Башгидрометүҙәктә.