Ырымбур өлкәһенә — дүрт сәғәттә10.07.2012
Ырымбур өлкәһенә — дүрт сәғәттә7 июлдә “Өфө — Абдулла” электр поезы тәүге рейсҡа сыҡты. Был ваҡиғаны халыҡ күптән көтә ине. Электр поезына конкурс нигеҙендә атама ла табылған — ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исемен йөрөтә.

— Бөгөн беҙ республикала ҡала яны тимер юл хеҙмәтенең яңы үҫеш этабына баҫыуына шаһит булдыҡ, — тине составтың беренсе рейсы тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Алда уңайлы, матур, заманса тимер юл вокзалын булдырыу бурысы тора. Яңыртып ҡороу эшен тиҙерәк тамамлау зарур. Вокзалды ғына түгел, станцияларҙы, платформаларҙы халыҡ өсөн уңайлы итергә тейешбеҙ.
“Өфө — Абдулла” поезына ултырыу иғлан ителгәс, республика етәксеһе, “Дим” станцияһына тиклем барырға билет алып, яңы составта ҡуҙғалып китте. Ул вагондарҙы ҡараны, пассажирҙар менән аралашты, хеҙмәт күрһәтеүҙең сифатына күҙ һалды. Машинистар кабинаһында ла булып, транспорттың техник үҙенсәлектәре менән танышты. ЭД4М сериялы электр поезы барлыҡ уңайлыҡҡа эйә. 114 урынлыҡ вагондар йомшаҡ креслолар, һауаны елләтеү системаһы, фильм, видеороликтар ҡарау өсөн плазмалы панель менән йыһазландырылған. “Өфө — Абдулла” поезы ике класлы һигеҙ вагондан тора, әлегә уларҙың барыһында ла телевизор булмаһа ла, интернет бар.
“Дим” станцияһында Рөстәм Хәмитов вагон депоһының эшмәкәрлеге менән танышты. Президентҡа йөк составын хеҙмәтләндерәсәк белгестәр әҙерләнгән уҡыу полигонын да күрһәттеләр.
Ә яңы состав юлын дауам итте. Иң мөһим өҫтөнлөгө тиҙлектә булған поезд Ырымбур өлкәһенең “Абдулла” станцияһына элекке кеүек алты сәғәттә түгел, ә дүрт сәғәт тә 10 минутта барып етәсәк.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад