Башҡортостан буйынса Социаль фондта сентябрь өсөн пособиелар түләү көндәре аталды

Башҡортостанда 230 меңдән ашыу ғаилә Социаль фондтан балаларға төрлө ярҙам саралары ала.
2, 5 һәм 8 октябрь — сентябрь өсөн пособиелар күсереү көндәре, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһендә.
2 октябрҙә берҙәм пособие, эшләмәүселәр өсөн 1,5 йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса түләү, хәрби хеҙмәткә саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына айлыҡ пособие банк иҫәптәренә күсергә тейеш.
«Ғәҙәттә был түләүҙәр айҙың өсөнсө көнөндә килә, әммә 2026 йылдың октябрендә дата ял көнөнә тура килә, шуға күрә аҡса иртәрәк күсерелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
5 октябрҙә республика халҡы әсәлек капиталы аҡсаһынан түләү алырға тейеш. 8 октябрҙә эшләүселәргә 1,5 йәшкә ҡәҙәр бала тәрбиәләү буйынса пособие түләнә.
Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү — дәүләттең мөһим бурыстарының береһе. Социаль фонд «Ғаилә» милли проекты һәм башҡа программалар сиктәрендә ярҙам күрһәтә, тип билдәләнеләр Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһендә.