1 октябрҙән республикала балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрә30.09.2026

Ҡышҡы расписание буйынса бәлиғ булмаған балаларға 22.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла.

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Иртәгәнән үк Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте режимы ғәмәлгә индерелә. Тимәк, балаларға 22.00 сәғәттән 6.00 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре менән генән йөрөргә рөхсәт ителә.

Тыйыу урамдарға, стадиондарға, майҙандарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына, пляждарға, скверҙарға, ихаталарға һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындарға, йәмәғәт транспортына, вокзал биләмәләренә һәм биналарына, йылға порттарына, аэропорттарға, интернет-кафеларға ҡағыла.

Әгәр баланы полиция хеҙмәткәрҙәре тотһа, уның ата-әсәһе йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ата-әсәгә йәки законлы вәкилгә административ протокол төҙөлә һәм бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ҡарауға ебәрелә.



Вернуться назад