Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды

Урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө 11-се 30 минутта Башҡортостанда «БПЛА хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.
Режим иртәнге сәғәт 7-лә иғлан ителгәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «112 – Ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы әҙерләнгән. Уны телефонға ҡуйырға тәҡдим ителә. Ҡушымта ярҙамында хәл-ваҡиға тураһында хәбәр итергә, табиптарҙы, янғын һүндереүселәрҙе, полицияны һәм башҡа хеҙмәттәрҙе саҡырырға мөмкин. Бынан тыш, ҡушымта телефонға республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре һәм БПЛА хәүефе режимы, шулай уҡ уны ғәмәлдән сығарыу тураһында push‑хәбәрҙәр ебәрә.