2026 йылда республика Тимченко фондына бирелгән ғаризалар һаны буйынса өс лидер иҫәбенә инде.
Өс йыл эсендә Геннадий Тимченконың хәйриә фонды Башҡортостанда тиҫтәләрсә миллион һумлыҡ 50-гә яҡын проектҡа ярҙам иткән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фондтың генераль директоры Галина Лапонова менән осрашыуҙа һөйләне.
Республика етәксеһе төбәк проекттарын юғары баһалауҙары һәм Башҡортостанға иғтибар итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Фонд ҡатнашлығында республика ҡалаларында һәм райондарында тәү сиратта балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө башланғыстар ғәмәлгә ашырылды, тип билдәләне ул.
«Галина Лапонова менән ошо мөһим эштең һөҙөмтәләрен һәм киләсәккә бурыстарҙы барланыҡ. Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған сектор көслө. Беҙҙә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡаларға ярҙам итергә әҙер булған кешеләр күп. Уларҙы үтә һиҙгер социаль ярҙам һәм яҡлау өлкәһендә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер партнерҙарыбыҙ тип иҫәпләйем», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.