Башҡортостан Башлығы «Фармстандарт-ӨфөВита» комплексын асыуҙа ҡатнашты29.09.2026

28 сентябрҙә Радий Хәбиров «Фармстандарт-ӨфөВита» компанияһының яңы административ һәм етештереү-склад корпусын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте, БР Башлығы сайты

Был республикала ғына түгел, илдә лә иң эре предприятиеларҙың береһе булып тора. Уның номенклатураһында 230-ҙан ашыу дарыу препараты бар. Яңы объект инвестиция проекты сиктәрендә төҙөлгән, 10 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған.

Комплекс территорияһында йылына яҡынса 75 миллион төргәк продукция етештереү мөмкинлеге булған заманса линиялар, шулай уҡ лабораториялар, складтар һәм офистар урынлашҡан. Производствоны сафҡа индереү 250-гә яҡын яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Фармстандарт-ӨфөВита» — XXI быуат предприятиеһы, илдең фармацевтика сәнәғәте лидерҙарының береһе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң был тармаҡтың танылған үҙәктәре иҫәбенә инеүе мөһим, шуның һөҙөмтәһендә республикала яңы компетенциялар һәм абруйлы эш урындары барлыҡҡа килә.

Тантаналы сарала Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. Компанияның генераль директоры Наил Низаметдинов – Маҡтау грамотаһына, етештереү-склад комплексы төҙөлөшө етәксеһе Евгений Чугунов БР Рәхмәтенә лайыҡ булды.

Проект ике йыл элек «Инвестиция сәғәте»ндә фекер алышыу барышында хуплау тапты, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Ул комплекстың ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бойомға ашырылыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе. 

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов | БР Башлығының матбуғат хеҙмәте, БР Башлығы сайты


Вернуться назад