Әлмөхәмәттәрҙең шатлығы ҙур09.07.2012
Әлмөхәмәттәрҙең шатлығы ҙурӘлмөхәмәт һәм Гусев ауылдары халҡы күптән түгел оло шатлыҡ кисерҙе: уларҙа өр-яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары үҙ ишектәрен асты.

Сибай ҡалаһының “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөүселәре тиҙ арала сафҡа индергән фельдшер-акушерлыҡ пункты замансалығы менән отошло. Сирлеләрҙе ҡабул итеү өсөн яҡты һәм иркен бүлмәләр, медицина ҡорамалдары, һыуҙың эстә булыуы ла уңайлы. 24 йыл Әлмөхәмәттә фельдшер булып эшләгән Рима Йосопованың ҡыуанысы, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ике ауылды хеҙмәтләндергән Рима Мәхмүт ҡыҙын бигерәк тә акушер кабинетының булыуы һөйөндөрә. Уның Әлмөхәмәттәрҙең шатлығы ҙурҡарамағында — 800-гә яҡын кеше. Фельдшерға һәр көн төрлө ауырыуҙарҙы ҡабул итергә тура килә: ауырлы ҡатындар, оло йәштәгеләр, ата-әсәһенә ялға килеүсе йәштәр. Һәр береһен ентекле күҙәтеү өсөн хәҙер бүлмәләр етерлек, тип йылмая аҡ халатлы Рима Йосопова. Хәйер ошоғаса медпунктҡа ҡайҙа ғына төйәкләнергә тура килмәй. Әлмөхәмәт мәктәбе менән өйҙәш булырға ла, ферма мөйөшөн биләргә лә, хатта күрше ауылдағы райпоның бер магазинында ла эшләргә тура килә. Әммә кеше һаулығы һағында торған Рима Мәхмүт ҡыҙы, төшөнкөлөккә бирелмәй, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, көн торошона ҡарамай, ауырыуҙар янына ашыға.
Әлмөхәмәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, “Строймеханизация” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Нур Тажетдинов, Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде.
Фельдшер Рима Йосопова тәүге ауырыуҙы ҡабул итеп, ҡан баҫымын тикшерҙе һәм кәрәкле дарыуҙар тәҡдим итте. Бынамын тигән һаулыҡ һаҡлау йортонан барыһы ла ҡәнәғәт.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад