Башҡортостан музыканты Заһир Зәйнетдинов «Буран инәйҙәре» менән бергә йыр яҙҙырған28.09.2026

Яңы композиция Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

Фото: социаль селтәрҙәр / Заһир Зәйнетдинов

Башҡортостандың халыҡ артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов «Буран инәйҙәре» төркөмө менән берлектә яңы йыр яҙҙырған. Традицион музыка ҡоралдары һәм заманса электрон биттар оҙатыуында ижад ителгән композиция «Йоманан һуң шәмбе» тип атала.

Зәйнетдин «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, композицияның төп маҡсаты — Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен пропагандалау.

«Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәте — көс, матурлыҡ, илһам биреүсе тере сығанаҡ. Уның урыны үткәндәрҙә түгел, хәҙерге заманса музыкала, мәҙәниәттә, илдең киләсәгендә», — тип уртаҡлашты халыҡ артисы.

Музыканттың фекеренсә, илебеҙ халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереүҙең бер ысулы — быуындар араһындағы диалог.

«Традицион мәҙәниәт быуаттар буйы быуындан быуынға тапшырылып килә. Бөгөн был процесс заманса формала дауам итә. Беҙ, заманса электрон йүнәлеш вәкилдәре, традицион музыка мәҙәниәте артистары менән бергә ижад итеүгә тотондоҡ. Был ижад емештәре тыңлаусыға боронғо мәҙәни мираҫ менән дәреслек йә музей аша түгел, ә заманса музыка ярҙамында танышырға мөмкинлек бирә», — тине Заһир Зәйнетдинов.

Бынан алда Башинформ алып барыусы Дмитрий Дибровтың башҡорт артисы Зәйнетдиндең ижадына баһа биреүе хаҡында яҙғайны.



Вернуться назад