Өфө шорт-трексыһы ике тапҡыр Рәсәй кубогы пьедесталына күтәрелде

Өфө шорт-трексыһы, олимпия чемпионы Семен Елистратов Рәсәй кубогының беренсе этабында ике тапҡыр пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Ул 1500 һәм 1000 метр арауыҡҡа ярышта көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.
Шулай уҡ 100 метр арауыҡҡа уҙышта Башҡортостан вәкилдәре Эмиль Рухов, Рената Алембәкова көмөш призер булды. Бронза миҙалды Владислав Хәкимов алды.
Конькиҙа йүгереү спорты буйынса Рәсәй кубогының I этабы Колоннала үткәрелә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостандың йәш биатлонсылары Рәсәй беренселегендә алтын һәм көмөш миҙал яуланы.