Республикала Ағиҙел йылғаһы буйында яңы аллея барлыҡҡа килде28.09.2026

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре йүкә, алма, уҫаҡ һәм саған үҫентеләре ултыртты.

Фото: «Башҡортостан» милли паркы | Мах

Яңы аллея «Антон ҡаяһы» кемпингында булдырылды. Бер нисә йылдан бында йәшеллек тағы ла күберәк буласаҡ. Милли паркта билдәләүҙәренсә, был аллея Еңеүгә һәм тыл хеҙмәтсәндәренә арналған күрше аллеяның дауамы булып тора.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһында бөтәһе меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашты.

 

 




Вернуться назад