Башҡортостанда -4°тиклем ҡырау төшөүе фаразлана28.09.2026

Көндөҙ +22°тиклем йылыта.

Фото: Ксения Калинина |«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 28 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22°.

Шишәмбе, 29 сентябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3, +8°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2° һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ +17, +22°.

Шаршамбы, 30 сентябрҙә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -4° һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ +16, +21°.




Вернуться назад