Мишәрҙәрҙең француз яуында ҡатнашҡаны10.07.2012
1812 — 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Башҡортостан халҡы араһынан башҡорттар ғына түгел, урыҫтар, типтәрҙәр һәм мишәрҙәр ҙә ҡатнашҡан. Һуғыш башланыр алдынан һәм яу барышында, белеүебеҙсә, башҡорттарҙан 28 атлы алай (полк – Ә.Й.) ойошторолған, шуларҙың 20-һе һуғышта туранан-тура ҡатнашҡан, ә 8-е запаста, резервта булған. Һуңғылары бик күп юғалтыу кисергән башҡорт алайҙарын өҙлөкһөҙ рәүештә яугирҙәр һәм аттар менән тәьмин итеп торған. 20 башҡорт алайының туғыҙы, атап әйткәндә 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се һәм 15-се алайҙар, Парижды яулауҙа ҡатнашып, Францияның баш ҡалаһына беренселәрҙән булып барып ингән.

Урыҫтар мең яугирҙән торған Өфө йәйәүле алайын ойоштороп, һуғышҡа оҙатҡан. Типтәрҙәр һәм мишәрҙәр икешәр атлы алай төҙөгән.
Ирекһеҙҙән шундай һорау тыуа: кемдәр улар мишәрҙәр? Нисек итеп Ырымбур хәрби губернаторы уларҙан 530 кешелек ике алай ойоштора алған? Ошоға яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Мишәрҙәрҙең сығышы тураһында бер нисә ҡараш бар. Тарихсыларҙың, этнографтарҙың күбеһе уларҙы беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында Уҡа (Ока) йылғаһы буйында йәшәгән һәм төркиләшкән боронғо мещера, можара ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләй. Беҙҙең илдең ҡайһы бер фән белгестәре һәм венгр ғалимдары мишәрҙәрҙе мадьяр, маджгар, мажгар (венгр) ҡәбиләләре менән бәйләй. Татар ғалимы Мирфәтих Зәкиевтең фекеренсә, мишәрҙәр төрки телендә һөйләшкән һәм ХV быуатта Көнсығыш Европала көн күргән ҡыпсаҡтарға ҡарай. Ҡайһы бер ғалимдар мишәрҙәрҙе 1236 — 1237 йылдарҙа татар-монголдар тарафынан ҡырылған буртас халҡының иҫән ҡалған бер өлөшө тип иҫәпләй. Татар ғалимы Альфред (Әлфәрит) Халиҡовтың фекеренсә, мишәрҙәр антропологик сифаты яғынан һәм теле, мәҙәниәте буйынса Ҡазан татарҙарына бик яҡын тора, улар, имеш, татарҙарҙың бер этнографик төркөмөн тәшкил итә. Икенсе татар тарихсыһы Гәйнитдин Әхмәров та ошо фекерҙе яҡлай. Ләкин мишәрҙәр үҙҙәрен бер ҡасан да ниндәйҙер халыҡтың этнографик төркөмө тип иҫәпләмәгән, ә айырым бер халыҡ булып һаналған.
Урыҫ ғәскәре сафында Ҡазанды яулауҙа ҡатнашҡан өсөн батша Иван Грозный уларға Волганың (Ителдең) уң ярындағы таулы төбәктә көн күреү өсөн уңайлы бик күп ер биргән. Был турала Рәсәйҙә хәрби хеҙмәт үтәгән мишәр депутаттары старшина Ниғмәтулла Солтанморатов, хәрби старшина Абдулҡәҙир Абдулкәримов һәм йөҙ башы Шиһабитдин Шәндәнов генерал-прокурор А.Н. Самойловҡа 1794 йылдың 19 ғинуарында биргән ғаризанамәһендә лә телгә алған (“Материалы по истории Башкирской АССР”. Т. 5, М. 1960, 574-се бит).
Башҡортостанға батша хөкүмәте мишәрҙәрҙе ХVI быуаттың аҙағында күсерә башлаған. Профессор Әнүәр Әсфәндиәровтың мәғлүмәте буйынса, ХVII быуатта Башҡортостанда уларҙың һигеҙ ауылы барлыҡҡа килгән, шул иҫәптә — Бөрө өйәҙендәге Ҡарыш, Боғҙан, Суртанлыкүл, Уразай, Янбай, Насар (Начар).
ХVIII быуатта Башҡортостанда 127 мишәр ауылы булған: мәҫәлән, Ҡормаш, Туҡмаҡлы, Тәйәреш, Муса, Шишмә (1742 йылда), Ҡалмаш (1742), Сәфәр (1642), Соҡалы, Тимкә (1713), Бигилде (1730), Иштирәк, Боҙаяҙ, Нәсибаш, Ҡырмыҫҡалы, Биштәкә, Әмин, Үгеҙ (1761), Сыуалҡип, Сәлих, Субый һәм башҡалар.
Башҡортостанда мишәрҙәр хәрби хеҙмәт үтәгән, башҡорттар, Ырымбур һәм Силәбе казактары менән Яйыҡ йылғаһы буйлап Ырымбур хәрби сик һыҙығында дәүләт именлеген һаҡлаған. Бынан тыш, батша хөкүмәте мишәрҙәргә төрлө өҫтөнлөктәр биреп, йыш ҡына уларҙы ХVII – ХVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа файҙаланған. Ихтилал барышында мишәр старшиналары икегә бүленгән. Әгәр Йәғәфәр Көсәкәев, Сөләймән Көсәкәев, Мәҡсүт Әтекәев, Мәүлет Мансуров, Ҡәнзәфәр Усаев һәм Бәхтийәр Ҡанаҡаев халҡыбыҙ яғында булһа, 20-нән ашыу мишәр старшинаһы карателдәр сафына баҫҡан. Шулар араһында Ишмөхәмәт Сөләймәнов, Килмөхәмәт Сөләймәнов, Мөҡсин Абдулсәләмов, Әлмәкәй Әлкәев, Солтанморат Янышев, Бәхтийәр Янышев, Абдрахман Мырҙағолов, Рахманғол Мырҙағолов, Әбделманнан, Абдул-Мырҙа һәм Абдул-Кәрим Мөслимовтар, Мәндәй Төпәев, Әбләй Исмәғилов (Исмаилов), Әбдей Биктимеров, Мөхәмәт-Рәхим Йосопов, Сөләймән Мостафин, Абдулғафар Мансуров, старшина, шымсы Әҙелша Азаматов, Баҡый Хөсәйенов һәм башҡалар күрһәткән “хеҙмәттәре” өсөн батша хөкүмәтенән бүләктәр, төрлө дәрәжәләр алған. Сығышы менән Ҡарышбаш ауылынан булып (хәҙерге Балтас районы), Ауырғазы ауы
лында йәшәгән Солтанморат Янышев, мәҫәлән, яҫауыл (капитан – Ә.Й.), дворян булып киткән, Солтанморат ауылына нигеҙ һалған.
Әйткәндәй, дворянлыҡ алған мишәрҙәр күп булған. Шулар араһында — Аҡсуриндар, Бигловтар, Дашкиндар, Долатказиндар, Диваевтар, Йәнекәевтәр, Йәнғалышевтар, Кашаевтар, Киреевтар, Маминдар. Мәмәтҡазиндар, Мәмиевтәр, Моратовтар, Тереғоловтар, Йәнбулатовтар.
1798 йылдың 10 апрелендә Башҡортостанда йәшәгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең көнкүрешендә бер ҙур үҙгәреш була: батша указы нигеҙендә Башҡортостанда кантон идаралығы ойошторола һәм 12 башҡорт, биш мишәр, биш казак кантондары барлыҡҡа килә. 1-се мишәр кантоны составына Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәрендә йәшәгән мишәрҙәр инә. Үҙ сиратында кантондар йорттарға, йәғни командаларға бүленгән була. 1-се мишәр кантоны биш йорттан торған. “Введение кантонной системы управления башкирами и мещеряками” тип аталған указда кантон начальниктарының һәм йорт старшиналарының фамилиялары бар, ә исемдәре күрһәтелмәгән. 1-се мишәр кантонының етәксеһе итеп Ырымбур хәрби губернаторы барон Иосиф Игельстром (ысын исеме — Отто Генрих) йорт старшинаһы Мәхмүтовты ҡуйған. Кантонда хәрби хеҙмәткә яраҡлы (20 — 50 йәшлек) 117 кеше иҫәпләнгән.
2-се мишәр кантоны составына Бөрө өйәҙендә көн күргән мишәрҙәр ингән. Унда һигеҙ йорт булған. Кантон башында йорт старшинаһы Мәҡсүтов торған, ә йорттар менән Бәхтийәр Янышев, Мәҡсүтов, Миндәйев, Әлмәмәтов, Сөләймәнов, Яҡупов, Аятов һәм Шәриповтар идара иткән. Кантонда хәрби хеҙмәткә яраҡлы 290 кеше булған.
3-сө мишәр кантоны составына Стәрлетамаҡ өйәҙендә мишәрҙәр йәшәгән ауылдар ингән. Кантон башлығы — йорт старшинаһы Солтанморатов. Документта алты йорт старшинаһы күрһәтелгән: Мөҡсин Абдулсәләмов, Мерәҫев, Солтанморатов, Сөләймәнов, Әлмәтов һәм Әхмәров. Был кантонда хәрби хеҙмәткә яраҡлы 186 кеше булған.
4-се мишәр кантоны составына Өфө өйәҙендә йәшәгән мишәрҙәр ингән. Башлығы — йорт старшинаһы Мәүлетов. Документта кантондың 14 йорт старшинаһы күрһәтелгән: мишәр дворяндары Тимербаев, Киреев, Ниғмәтулла Солтанморатов, старшиналар Балтабай Сәйетов, Аблаев, Бикмеев, Баязитов, Кәлимуллин, Мөслимов (атап үткән Мөслимовтарҙың береһе), Мәүлетов, Сөләймәнов, Әлмәмәтов һәм Ибраһимов. Кантонда хәрби хеҙмәткә яраҡлы 445 кеше булған.
5-се мишәр кантоны составына Бөгөлмә өйәҙенең мишәр ауылдары ингән. Кантон ваҡытлыса етәксеһеҙ булған, ә йорт старшиналары — мишәр дворяндары араһынан Киреев, Ҡунаҡбаев, Солтанморатов һәм ябай старшиналар Минекәев, Әлмәмәтов. Кантонда хәрби хеҙмәткә яраҡлы ни бары 65 кеше һаналған.
Шулай итеп, биш мишәр кантонында 1798 йылда хәрби хеҙмәткә яраҡлы 1103 кеше йәшәгән. 12 башҡорт кантонында иһә — 5413 кеше. Шулай итеп, башҡорт-мишәр ғәскәре барлыҡҡа килгән, унда, тимәк, 6516 һуғышсы булған.
Яу башланып киткәс, императорҙың 1812 йылдың 8 авгусындағы указына ярашлы Ырымбур хәрби губернаторы Волконский мишәр кантон начальниктары һәм йорт старшиналары ярҙамында, әйтеп үтеүебеҙсә, ике атлы алай ойоштороп, һуғышҡа оҙатҡан. Уларҙың икеһе лә 1812 йылдың август-октябрь айҙарында барлыҡҡа килгән һәм хәрәкәт итеүсе армия составына ноябрь аҙаҡтарында ғына барып ингән.
Башҡа алайҙарҙағы кеүек, мишәр полкында ла 530 яугир, шул иҫәптән ике командир (береһе — мишәр, икенсеһе — урыҫ офицеры), 500 ябай казак, бер алай старшинаһы, биш яҫауыл, биш йөҙ башы, биш харунжа, ун илле башы, бер мулла, бер писарь, бер квартирмейстер. 1-се мишәр алайы һуғышта ҡатнашмаған. 1812 йылдың 2 октябрендә Мәскәү француздарҙан азат ителгәс, был ғәскәр шунда яу тынғансы гарнизон хеҙмәтен үтәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һуғыш тамамланғас, алайҙың барлыҡ яугирҙәре лә “1812 йылғы һуғыш иҫтәлеге” тип аталған көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
2-се мишәр алайы иһә, һуғыш юлын тулыһынса үтеп, Рәсәй ғәскәренең төрлө төркөмөндә бөтә ҡаты һуғыштарҙа, хатта Парижды яулап алыуҙа ҡатнашҡан. Алайҙың һуғышта иҫән ҡалған бөтә яугирҙәре лә икешәр көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
(Дауамы бар).
Әхмәт-Гәрәй ЙӘНҒӘЛИН,
тарих фәндәре кандидаты.


Вернуться назад