Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡырҙылар.

25 сентябрҙән 27-нә тиклем Башҡортостандың 42 районында һәм ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
Бындай йәрминкәләрҙә урында етештерелгән тәбиғи аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән йәшелсә, емеш-еләк һәм бал һатып алырға мөмкин.
Өс көн эсендә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 66 йәрминкә майҙансығы ойошторола. Адрестар һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында баҫылған.
Башинформ 29 августа уҙған «Һөт иле» ғаилә фестивалендә 87 мең кешенең ҡатнашыуы хаҡында ла хәбәр иткәйне.