Был ҡарарға баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйҙы.

Баш ҡала райондарында яңы йыл шыршылары, һырғалаҡтар һәм боҙ ҡаласыҡтары 10 декабргә әҙер булырға тейеш. Ҡар тауҙары иһә 20 декабргә тиклем.
«Йәшел һылыуҡайҙар» һәм ҡаласыҡтар өсөн урындар 14 ноябргә тиклем билдәләнә, был көнгә уларҙы биҙәү концепцияһын да һайлайҙар.
Бынан тыш, ғинуар байрамдары алдынан Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла.