Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды

Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өс депутаты – Юлия Краснова («Берҙәм Рәсәй» партияһы), Руслан Насретдинов («Берҙәм Рәсәй») һәм Рәмил Шәрипов (ЛДПР) вәкәләттәрен һалды.
Был мәсьәлә бөгөн парламенттың 36-сы ултырышында ҡаралды. Ултырышта 104 депутаттың 102-һе вәкәләттәрҙе ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар өсөн тауыш бирҙе.
Белешмә
Ҡоролтайҙа Юлия Краснова мандат комиссияһына һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитетында торҙо.
Руслан Насретдинов бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитетта, шулай уҡ парламентарийҙарҙың килеме, сығымы һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн контролдә тотоу буйынса комиссияла эшләне.
Рәмил Шәрипов сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитетта, шулай уҡ регламент комиссияһында ине.