Эшсәндәр ярыҡ ялғашта ҡалды10.07.2012
“Башҡортостан” гәзитенең 24 май һанында “Ярҙам көтөп ҡалабыҙ” исемле мәҡәләлә Благовар районы “Таң” ауыл хужалығы кооперативының (артабан – АХК) бөлгөнлөккә төшөүе сәбәпле, конкурс идарасыһының уның ағзаларына эш хаҡын түләп бөтөрмәүе хаҡында һүҙ барғайны. Күтәрелгән мәсьәлә буйынса ниндәй саралар күрелеүен, хужалыҡ эшсәндәренә ниндәй ярҙам буласағын аңлатыуҙы һорап, редакция район хакимиәтенә хат ебәрҙе. Урындан яуап килде, уны гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ:

“Мәҡәлә менән танышып, ундағы мәсьәләне тикшерҙек. Хәл шулай: Башҡортостан Арбитраж судының 2009 йылдың 16 июлендәге ҡарары менән “Таң” АХК-һы банкрот тип табылды. Хужалыҡҡа ҡарата конкурс эше асылды һәм идарасы итеп Р. Х. Хайбуллов раҫланды.
Урындағы үҙидара органдары конкурс идарасыһының эшмәкәрлегенә ҡыҫыла алмай. Был ҡануниәт тарафынан тыйылған.
“Таң” АХК-һының конкурс идарасыһы эш хаҡын түләмәүе тураһында хужалыҡ эшселәренең мөрәжәғәтен Арбитраж судҡа ебәрҙек. 2010 йылдың сентябрендә унан кооперативҡа ҡарата конкурс эше тамамланыуы тураһында яуап алдыҡ. Хоҡуҡ органының бындай ҡарары ваҡытлыса идарасыға биш көн эсендә берҙәм дәүләт исемлегенә бөлгөнлөккә төшкән ойошманың (был осраҡта – “Таң” хужалығы) йәшәүҙән туҡтауы тураһында яҙма индерергә нигеҙ булып тора.
Ә А. Вәлиевтең эшмәкәрлегенә килгәндә, кооперативтың элекке ағзаларына район прокуратураһына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелде.
Бындай яуап ҡатмарлы хәлдә ҡалғандарҙы ҡәнәғәтләндермәҫ, тынысландырмаҫ та, бәлки.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡануниәт тарафынан конкурс идарасыһынан эшселәргә хеҙмәт хаҡы һәм ял пособиелары буйынса бурысты тулыһынса түләтеүҙе талап иткән йоғонтоло саралар билдәләнмәгән. “Банкротлыҡ тураһында”ғы Федераль закондың 134-се статьяһына ярашлы, иң беренсе банкротлыҡ эше буйынса суд сығымдары ҡаплана, арбитраж идарасыға, ул йәлеп иткән белгестәрҙең хеҙмәтенә түләнә.
Район хакимиәте
башлығы Ю.Коземаслов”.


Вернуться назад