Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар23.09.2026

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар

Фото: Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов | ВК

Шарлыҡ ауылында Камилә инәй Арыҫланова 95 йәшен билдәләне. Юбиляр тураһында Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Оҙон ғүмерле инәйҙең бар ғүмере ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйле. Йәш сағынан хаҡлы ялға сыҡҡансы ул урындағы «Башҡортостан» колхозында эшләй.

«Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем ауыр, ҡайһы берҙә ҡатын-ҡыҙҙарға хас булмаған эшкә тотонорға: бесән сабырға, уңыш йыйып алырға, мал ҡарарға, иген тейәргә тура килә. Ошондай кешеләр тиҫтә йылдар буйына ауылдың именлеген һаҡлай», — тип билдәләне район башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, Камилә инәй ныҡлы ғаиләне үҙенең төп ҡаҙанышы тип иҫәпләй. Ул дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра, яҡшы тәрбиә бирә. Бөгөн уның төп таянысы – ҙур ғаиләһе бар.

«Әлеге ваҡытта уның ике ейәне махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Улар ҡулдарына ҡорал тотоп, Рәсәй суверенитетын яҡлай», — тип билдәләне Марат Йосопов һәм юбилярҙға изге теләктәрен еткерҙе.



Вернуться назад