1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә22.09.2026

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн зәңгәр яғыулыҡҡа яңыртылған хаҡ индерҙе.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсми документтан күренеүенсә, 1 октябрҙән республикала йәшәүселәр газ плитәһендә аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн генә файҙаланылған газдың бер кубометры өсөн 11,67 һум түләйәсәк.

Шулай уҡ яңы тарифтар плитәлә аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн ҡабыҙылған газ өсөн кубометрына 10,86 һум түләүҙе күҙ уңында тота (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһы булмаһа).

Бынан тыш, хәҙер күп фатирлы йорттарҙағы фатирҙарҙы йылытҡанда ҡулланылған газдың мең кубометры өсөн 8 964,69 һум түләргә тура киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда социаль программа буйынса 75 мең йортҡа газ үткәрелгән.



Вернуться назад