Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында һөйләне.

«Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә 100 километрҙан ашыу туристик юлды ремонтлайбыҙ. Өфө – Инйәр – Белорет, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез һәм башҡа трассалар», — тип белдерҙе ул.
Туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн туробъекттарға юлдар төҙөү эшен дауам итергә һәм юл буйы сервисын үҫтерергә кәрәк, тине республика етәксеһе.
«Беҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтә бирә», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, былтыр республикаға 2,4 миллиондан ашыу турист килгән (8,2 процентҡа күберәк). Әлеге күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында – өсөнсө, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй.
«Беҙҙең бурыс — туристар ағымын йылына кәмендә 3 миллион кешегә тиклем арттырыу», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ул шулай уҡ тарихи-мәҙәни объекттарҙы: Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген, «Салауат ере» комплексын, «Шүлгәнташ» музейын үҫтереү, боронғо баҡыр иретеү заводтарын тергеҙеү хаҡында иҫкә төшөрҙө. Республиканың «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары —ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә, ә Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.