Үҙҙәре лә имен-һау булһын10.07.2012
Быйыл кинәт кенә ҡаты ауырып киттем, йөрәк тотто. “Ашығыс ярҙам” шунда уҡ килеп етте, ә үҙәк район дауаханаһы табиптары үлем тырнағынан йолоп ҡалды. Уларға үтә яуаплы һәм изге эштәрендә уңыштар ғына теләйем. Мәҫәлән, терапия бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтлемен, үҙҙәре лә иҫән-һау булһын.
Бүлексәгә оҙаҡ йылдар Лира Мөьминова етәкселек итә. Ошо бүлексәлә ятып һауығып сығыусылар Лира Рәфҡәт ҡыҙын маҡтау һүҙҙәре менән генә телгә ала. Үҙәк район дауаханаһы табиптары араһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн юғары исемдәргә лайыҡ булырҙайҙары байтаҡ, минеңсә. Ваҡытында баһа ла бирелһен ине.
Ғүмәр СОЛТАНОВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.


Вернуться назад