22-30 сентябрҙә республика биләмәһендә йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында «Йәйәүле» операцияһы уҙғарыла.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүенә контролде көсәйтә. Йәйәүлеләр үткәүеле, белем биреү учреждениелары эргәһендәге һәм халыҡ күп йыйылған урындарға айырыуса иғтибар бүленә.
Сараның төп бурыстары — водителдәрҙең йәйәүлеләр үткәүеленән үтеү ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү; ярамаған урында йәки светофорҙың тыйыу сигналына юл аша сығыусы йәйәүлеләрҙе асыҡлау; юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға бер-береңде ихтирам итеү һәм иғтибарлы булыуҙың мөһимлеге тураһында аңлатыу.